Кейәү егетенә 55 йәш булһа, кәләшкә - 75. Йәш аралары шаҡтай булһа ла, яңы өйләнешкән парҙар үҙҙәрен бәхетле тоя. Улар бынан ике йыл элек танышҡан.
Был көндә рәсми теркәү үткәндән һуң, сәй табыны ойошторолдо. Почуевтарға айырым бүлмә бирелгән.
Бәхетле ғүмер теләйек йәш ғаиләгә!
"Башҡортостан" гәзитенән.