Башҡортостанда беренсе тапҡыр булмаһа ла, халыҡ яратып ҡараған фильмдар актеры Сергей Маховиков тәбиғәткә, бында йәшәгән кешеләргә һоҡланыуын йәшермәне. Был ерҙәрҙең хозурлығы ғына түгел, сарала ҡатнашҡандарҙың сәме, йәшәү маҡсаты ла уны хайран иткән. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ул бына нимә тип яҙҙы: ”Шул тиклем ҡеүәтле көс, ыңғай хис-тойғолар, илһам, түҙемлек һәм өмөттәр!"
Актер был сараға тағы киләсәге, халыҡ менән осрашасағы тураһында ла әйтте. Фестивалдә ҡатнашҡан спортсылар уның аралашыуға ябай, тәрән фекерле, ихлас һәм асыҡ күңелле булыуын билдәләй. Улар уның менән бергә төшкән фотоларын социаль селтәрҙәргә лә һалды. Башҡорт көйҙәренә бейеп тә алған актер! Афарин!