Новости
31 Июль 2019, 09:21

Магазин таларға кем өйрәткән?

Екатеринбургта ике бала, уйынсыҡ пистолет менән ҡурҡытып, уйынсыҡтар магазинын таларға маташа. Уларҙың уйынсыҡтар урларға йыйынғанын һиҙеп ҡалған һатыусы малайҙарға һүҙ ҡушҡас, уғрыларҙың береһе уйынсыҡ пистолеттан ҡатынға ата.

Әле полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше менән мәшғүл. Пистолеттан атҡан малайҙы иҫкәртеү буйынса иҫәпкә ҡуйыуҙары ихтимал .Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас