Новости
31 Июль 2019, 06:56

Бүләк – лайыҡлыларға!

"Йәшлек" гәзитенә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – бүләк» уйынында Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан Нурия АСҠАРОВА электр ит үткәргесе отто.

«Бүләгегеҙгә эй һөйөндөм инде. Электр ит үткәргесем юҡ ине. Ҡайһылай йәтеш булды әле, – тип ҡы­уа­­нып килеп инде ул редак­цияға. – Ошо­ға­са бер ҡай­ҙан да ҙур бү­ләк отҡаным булманы. Бы­­­на бит миңә лә бәхет йыл­май­ҙы».


Нурия апай гәзитебеҙҙе күп­тән алдырып уҡый. Уға айырыуса «Сәлә­мәтлек», «Иман» махсус сығарылыштары, хикә­йәләр, шиғырҙар оҡшай. Ейәндәре балалар битен ярата. Күҙҙәре күрмәгән ололарға ла гәзитебеҙҙә яҙылғандарҙы уҡып сыға. «Йәшлек»тә йышыраҡ дини темаларға мәҡә­ләләрҙе, яңы сыҡҡан йырҙарҙың һүҙҙәрен күрергә теләй.


Нурия Ғәйнетдин ҡыҙы 30 йылдан ашыу «Ашҡаҙар» колхозында һауынсы булып эш­ләгән. Дүрт бала әсәһе, әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша – «Ағинәй­ҙәр» клубының әүҙем ағзаһы, «Әхирәттәр» ансамблендә йырлай, халыҡ театрында уйнай. Хатта мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә лә ваҡыт тапҡан.


Әйткәндәй, аллағыуаттар беҙҙә гелән приз ота. Был ауылдың даланы бар, ахыры…

"йәшлек" гәзите сайтынан.
Читайте нас