Баҡһаң, 30 йәшлек сәнғәт эшмәкәренең кәүҙәһен баш ҡаланың Мөбәрәков урамында урынлашҡан 12 ҡатлы йорттоң подъезд ҡыйығында тапҡандар. Бер версия буйынса, балетмейстер үҙ-үҙенә ҡул һалған...
— Саръян Сөләймәнов баҡыйлыҡҡа күсте. Уға ни бары 30 йәш ине. Ул сағыу, үҙенсәлекле талант эйәһе ине. Әле яңы ғына уның яңы балетын ҡараныҡ, тикшерҙек һымаҡ, уңыштар, еңеүҙәр теләнек... Ә тормош бына нисек... – тип яҙған театр тәнҡитсеһе, билдәле журналист Нина Жиленко.