Новости
30 Июль 2019, 08:17

Итле бәрәмәстәр

2 стакан йылымыс һөткә 1,5 сәй ҡалағы ҡоро сөпрә һалып бутарға ла, 1 йомортҡа, самалап тоҙ һәм он һалып артыҡ йомшаҡ булмаған ҡамыр баҫырға. Уны йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға.

Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. 1 кг фаршҡа 1-2 башлы һуған турап һалабыҙ, тоҙ, борос өҫтәп яҡшылап бутарға.

Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, артыҡ ҙур балмаған йәймәләр йәйергә. Уларҙың өҫтөнә эслек һалып, уртаһында тишек ҡалырлыҡ итеп ситтәрен бөгәбеҙ. Әҙер бәрәмәстәрҙе ҡыҙған майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға.

Артыҡ майы һарҡһын өсөн бәрәмәстәрҙе табынға бирер алдынан таҫтамал йәйелгән һауырҡа һалып торорға кәрәк.
Читайте нас