Новости
30 Июль 2019, 15:28

9 айлыҡ сабыйҙы тапҡандар

Урамда илап ятҡан туғыҙ айлыҡ сабыйҙы тапҡандар. Бындай баш етмәҫлек хәл-ваҡиға Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Энергетик ҡасабаһында булған.

Ҡот осҡос аҙымға ата-әсәне нимә этәргәндер – әлегә билдәһеҙ. Оперативниктар баланың туғандарын, яҡындарын эҙләй, тикшереү эштәре дауам итә. Сабый дауаханаға оҙатылған.
"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас