Новости
26 Июль 2019, 10:09

Стәрлетамаҡтан Вадим Фәттәхов ашай торған ҡалаҡтар яһай

Бындай ҡалаҡ менән ашағандан һуң, уның үҙен дә йотоп ҡуяһың.

Вадим үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай: сараларҙы, ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойоштороусы, үҙенең кинотеатрын асыусы һ.б.


Беҙҙең ил өсөн ят күренеш булған проектты уйлап табыу өҫтөндә эшләгән Вадим, тора - бара, ашай торған ҡалаҡтарҙы етештерә башлай. Уның составы он, һөт, шәкәр, майҙан тора. Ике төрлө – береһенә һарымһаҡ, йәшел тәмләткес, ә икенсеһенә дәрсен, ваниль, сәтләүек, йогурт ҡушыла.


Егет тәүлегенә 3 мең самаһы ҡалаҡ әҙерләй. Уларҙы бигерәк тә ресторандар күпләп һатып ала икән.
"Йәшлек" гәзитенән.


Читайте нас