Новости
25 Июль 2019, 07:18

Яңы герой: Луиза түгел, Лилиә!

Өфөләге банктан 6,5 миллион һум аҡса урлаған кассир тураһында хәбәр иткәйнек. Әле уның кемлеге асыҡланды. Таныш булығыҙ, яңы “герой” 39 йәшлек Лилиә А.

Лилиә аҡсаны урлауын урлай, әммә улар менән ҡасып өлгөрмәй. Әллә бындай маҡсаты ла булманымы икән? Уны бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә ул һуңғы тапҡыр кисә төнгө икелә ултырған.


Был яңылыҡтан интернетта йәнә тауыш ҡупты. “Яңы флешмоб – банктан аҡса урла!”, “Луизаға еткерә алманың”, “Урлағас, ни эшләп ҡасманың” тигән комментарийҙар менән тулды ул.


Әле ҡатын ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға ла 10 йылға тиклем төрмә янай.

"Башҡортостан" гәзитенән.


Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас