Улар килеп етеүгә бүрәнә йортто янғын ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ эшкә тотона һәм күп тә үтмәй утты һүндереүгә өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында ике кешенең ғүмере өҙөлә. Улар 1972 һәм 1977 йылғы ирҙәр.
Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.