Новости
25 Июль 2019, 05:42

Үлемесле алыш. Дауаханала һәләк була...

АҠШ-та Рәсәй боксеры Максим Дадашев Субриэль Матиасҡа ҡаршы алыш ваҡытында йәрәхәт алып, һәләк булған.

20 июлдә 28 йәшлек Рәсәй спортсыһы 11 раундта дәғүәсеһенең бер нисә һөжүменән һаҡланып өлгөрмәй, был хәлдән һуң рефери алышты туҡтата. Һөҙөмтәлә Максимдың хәле ауырлашып, иҫен юғалта, уны дауаханаға алып киләләр.


Спортсының мейеһе шешеүенә бәйле, уға ике сәғәт дауамында операция эшләйҙәр. Боксер дарыуҙар ярҙамында комала була. Спортсының йөрәге түҙмәгән, тиҙәр...


Һөнәри рангта Максим Дадашев 13 тапҡыр еңһә, уларҙың 11-е нокаут менән тамамланған. Матиастан беренсе һәм һуңғы тапҡыр еңелгән ул.


Фото: AllBoxing.ru

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас