Новости
25 Июля 2019, 09:41

Ҡар яуырмы икән?

Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөндә һалҡын көндәр башлана. Илдең төньяҡ өлөшөндә хатта ҡар яуыуы ихтимал, тип ҡурҡыталар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Синоптиктарҙың әйтеүенсә, ялға табан кинәт һалҡынайтасаҡ, уртаса һауа температураһы Рәсәйҙең Европаға яҡын төньяғында һәм урта һыҙатта норманан 4-7 градусҡа, ә Аҡ диңгеҙ ярҙарынан Үрге Волга Һәм Уралға тиклем 8-10 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Яңы Ер һәм Архангель өлкәһе араһындағы ҡултыҡта, шулай уҡ Воркутала епшек ҡар яуыуы ихтимал. Мәскәүҙә ҡойма ямғыр яуасаҡ,ти белгестәр.

"башҡортостан" гәзитенән.

Фото: Яндекс. ру
Читайте нас