Новости
25 Июль 2019, 14:56

Ҡанһыҙ ир улын эт сылбырына бәйләп ҡуйып “тәрбиәләгән”

Кубандә муйынына йоҙаҡлы сылбыр тағылған малай, атаһы бикләп тотҡан һарайҙан ҡасып сығып, ауыл магазинына барып ингән.

Ул ас һәм туҡмалған булған. Ғаиләне нужа күреүсе тип әйтеп булмай, ир эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Малайҙы әсәһе менән реалибитация үҙәгенә оҙатҡандар, атай кеше тулыһынса ғәйебен таныған.


Баҡтиһәң, ир тәүге ҡатынын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттереүгә ирешкән һәм баланы әсәһенә күрһәтмәгән. Хәҙер икенсе ҡатынға өйләнгән, уныһы ауырлы. Шунлыҡтан малай артыҡ тамаҡ кеүек тойолған, тип фаразларға ҡала.


Эт кеүек көн күргән баланың әсәһе һәм туғандары ирҙең тиран булыуын, тирә-йүндәгеләргә психологик баҫым яһап ҡурҡытыуын, янап йәшәтеүен һөйләгәндәр.


Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

"Йәшлек" гәзитенән.

Фото:Яндекс.ру
Читайте нас