Бер аҙнала республикала 8298 кеше талпан тешләүенә зарланып, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүселәр һаны 291 кешегә артҡан. Былтыр ошо уҡ осорҙа 8339 кеше талпан менән “осрашҡан”.
Барыһы 4 мең гектарға яҡын майҙан ергә акарицид эшкәртеү үткәрелгән. Өфөлә был һан – 1356,9 гектар.
"Башҡортостан" гәзитенән.