Новости
24 Июля 2019, 11:10

Янғын тотош йортто юҡҡа сығарған

Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай тигәндәре бик дөрөҫ. “Ҡыҙыл әтәс” бар нәмәне юҡҡа сығара шул.

Белорет районының Ҡағы ауылындағы янғын өлкән йәштәгеләрҙең йортон көлгә әйләндергән һәм өҫтәүенә уларҙың күршеләренә матди зыян килтергән. Был хәл тураһында янғын һүндереүселәргә 23 июлдә таңғы 5-тәр тирәһендә хәбәр иткәндәр. Улар килгәнсе “ҡыҙыл әтәс” йортто ялмап алған булған. Янғынды һүндереү өсөн һыу Ағиҙел йылғаһынан килтерелгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, кеше ғүмерҙәре өҙөлмәгән.


Тағы бер тапҡыр ут менән һаҡ булырға саҡырабыҙ. Ул бәлә-ҡаза сәбәбенә әйләнмәһен ине.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас