Новости
23 Июль 2019, 11:33

Луиза адвокаттарһыҙ ҡалды

Банктан 25 миллион һум аҡса урлап, әле тәфтиш изоляторында ултырған Луизаның ире Марат Хәйруллин “Пусть говорят” телетапшырыуында эшҡыуар һәм йәмәғәтсе Азамат Ғәлин баҫымы менән “ялған хәбәр һөйләнем һәм ғәйепте үҙ өҫтөмә алдым” тине.

Быны ишеткәндән һуң, эшҡыуар башҡаса Луизаны яҡлашмаясағы һәм уның адвокаттары менән килешеүҙе өҙәсәге тураһында белдерҙе. Ғәлин был турала “Фейсбук”тағы сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Мин Луиза Хәйруллинаның адвокаттары менән килешеүҙе өҙөргә ҡарар иттем. Был турала уларға хәбәр иттем. Марат Хәйруллин ҡатынын үҙе яҡлаһа, дөрөҫөрәк булыр, тип уйлайым” тип яҙҙы ул.


Шулай уҡ Ғәлин уға ҡарата яла яҡҡан өсөн судҡа ғариза бирмәксе. Эшҡыуарҙың һүҙҙәре буйынса, ул ни бары Мараттың тапшырыуҙа ҡатнашыуы өсөн аҡсалата бүләк тураһында ғына һөйләшеү алып барған. Бер ниндәй ҙә баҫым яһамаған.


Кисә кис Марат Хәйруллиндың туғандары йәнә “Пусть говорят” тапшырыуында ҡатнашып, Ғәлин уларҙың улдарына ялған һүҙҙәрҙе әйтергә ҡушҡан, тинеләр. Имеш, быға тиклем енәйәт буйынса белдерелгән һүҙҙәр ҙә баҫым аҫтында эшләнгән.


Мараттың үгәй атаһы Павел белдереүенсә, ул – намыҫлы, выжданлы кеше. Уның ҡомарлы уйынсы булыуына ышанмайҙар икән.

Тарих дауам итә. Ни бары Луиза яғынан ғына бер нимә лә ишетелмәй. Хәҙер адвокаттарынан да яҙһа, ул ни эшләр?

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас