Артыҡ ҙур булмаһа ла, ҡайһы бер уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Бәғзеләр элек белмәгән нәмәләрҙең асылына төшөнөр. Кемдер яңы файҙалы бәйләнештәр булдырыр. Ғөмүмән, был арала кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Төрлө ҡыйынлыҡ күбәйеп киткәндәй тойолор. Ныҡлап уйлағанда, был хәлдә үҙегеҙҙең ғәйебегеҙ ҙә бар. Мөһим эшегеҙҙе бер аҙға ситкә ҡуйһағыҙ ҙа ярай. Шаршамбынан һуң ялҡаулыҡ та һиҙелә башлар. Хәйер, үҙегеҙгә ял биреү һис тә зыян итмәҫ.
Был арала алдан төҙөлгән уй-маҡсаттарығыҙҙан ваҡытлыса баш тартырға ла тура килер. Аҙна барышында яҡшы таныш эштәр ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырыр. Оло йәштәге кешеләрҙән тәнҡит һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ.
Аҙна барышында аралашыу ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Кешегә мөмкин тиклем ҡаты бәрелергә тырышмағыҙ, юғиһә эштең ҙурға китеүе лә ихтимал. Төрлө дәғүәгә инмәһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Йондоҙҙар был көндәрҙә сәфәргә сыҡмаҫҡа ҡуша.
Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, әллә ни ҙур эштәр башҡара алмаҫһығыҙ һымаҡ. Киреһенсә, күберәк әүҙемлек күрһәткән һайын, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе бәләкәйерәк булыр. Таныш эш менән генә шөғөлләнергә тырышығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе мәшәҡәтле көндәр көтә. Аҙна башынан уҡ ниндәйҙер әйберҙе ашығыс эҙләргә тура килер. Уны ҙур ҡыйынлыҡ менән табырһығыҙ, ләкин кәрәге теймәҫ. Йомала килем алырһығыҙ. Тик ул көткәндән аҙ булыр.
Аҙна һәйбәт булырға тейеш. Иң ҡатмарлы эштәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, уларҙы аҙағына тиклем еткерергә хәлегеҙҙән килер. Туғандарығыҙ менән булған мөнәсәбәттәр бер аҙ борсоп торор. Кемдер эштәрегеҙгә даими ҡыҫылырға маташа һымаҡ.
Икеләнеү кисерерһегеҙ, моғайын. Уға ниндәйҙер һис тә уйламаған яңылыҡтар сәбәп булыр кеүек. Был аҙнаға ҡорған маҡсаттарығыҙҙың йыш боҙолоуы ла ихтимал. Бәғзеләр ҡулдан килмәҫлек эш менән булышып, көс-хәлен юҡҡа әрәм итер.
Ниндәйҙер эште уңышлы ғына тамамлауға мөмкинлек булыр. Әйткәндәй, һеҙ быға әллә ни өмөт итмәгәйнегеҙ. Был хәл абруйығыҙҙы мотлаҡ күтәрер. Шәхси тормошоғоҙҙағы яңылыҡтар ҙа ҡыуандырып торор.
Төп эшегеҙҙә һеҙҙе еңел булмаған көндәр көтә. Төрлө яҡтан ҡапма-ҡаршылыҡлы хәбәрҙәр килеп торор. Дөрөҫ аҙым яһау ҡырҡа ауырлашыр. Йыш ҡына эшегеҙҙең йомғаҡтары икенсе кешеләрҙең булдыҡһыҙлығы менән бәйле булыр һымаҡ.
Аҙналағы хәлдәр һеҙҙән үтә түҙемлек талап итер. Шаршамбыға эштәрегеҙ яйланыр. Элек ебәргән хаталарығыҙҙы ла төҙәтергә форсат сығыр, бәлки. Бер кем менән дә дәғүәгә инмәүегеҙ бик мөһим. Йомала һис тә уйламаған яҡтан ярҙам килер.
Осор бар йәһәттән дә уңышлы көтөлә. Төрлө яҡтан ыңғай яңылыҡтар килеп торор. Көндәрегеҙ файҙалы һәм өмөтлө үтер. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы булыр. Кесе йомала уйламағанда ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.