Новости
22 Июля 2019, 08:51

2019 йылдың икенсе яртыһында ипотека буйынса ставка 10% кимәленән түбәнәйеүе ихтимал

Рәсәй Президенты Владимир Путин ипотека ставкаһы кимәлен 10% түбән кәметеү тураһында хәбәр итте. Эксперттар фараздарына һылтанып, дәүләт башлығы әйтеүенсә, ул 2019 йылдың икенсе яртыһында булыуы ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Хәҙер Үҙәк банкы төп ставканы кәметте һәм шунда уҡ ул ипотека буйынса ставка әҙерәк аҫҡа китте, — тип аңлатты Рәсәй президенты Магнитогорск металлургия заводы эшселәре менән осрашыуҙа, тип хәбәр итә ТАСС. – Хәҙер унда 10 проценттан саҡ ҡына күберәк, әммә, эксперттар баһаһы буйынса, быйылғы йылдың икенсе яртыһында ставкалар 10% түбән төшөргә тейеш».
Владимир Путин һүҙҙәренсә, хөкүмәттә һәм Үҙәк банкында ипотека буйынса ставканы 8% түбәнәйтеү бурысы тора. Ләкин хәл күбеһенсә күп күрһәткестәрҙән, шул иҫәптән макроиҡтисадиҙан тора.
Бөгөн рәсәйҙәрҙең яҡынса 45% торлаҡ мәсьәләһен ипотека ярҙамында хәл итергә маташа.
"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас