Новости
21 Июль 2019, 12:02

Айҙар Ғәлимовтың әллә тағы улы бармы?

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Моңдар ҡайтһын ауылға” тигән йыры менән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Айҙар Ғәлимовтың һәр аҙымын күҙәтеп бара халыҡ.

Инстаграмда йырсы бер егет менән ҡосаҡлашып төшкән фотоһын ҡуйған һәм унда: “Ҡыҙҙар үҙенә тормош иптәшен атайҙарына оҡшатып һайлай, тиҙәр. Холоҡта уртаҡлыҡ бар, ә бына тышҡы ҡиәфәт тураһында һеҙҙән һорайым. Артур менән аҙ булһа ла оҡшашҡанбыҙмы икән?” – тип һорай ул.


Халыҡ яуапҡа аптырап тормаған. “Юҡ шул, оҡшамағанһығыҙ, күңелдәрегеҙ берҙер”, “Улығыҙ кеүек!”, “Танауҙарығыҙ бер төрлө”, “Кейәүегеҙ һеҙҙән оло күренә”, “Һеҙ яҡшыраҡ күренһәгеҙ” тигән яҙыуҙар ҡалдырғандар.
"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас