Новости
17 Июль 2019, 08:01

Ҡытайҙар ниңә һаман берешәр балалы?

Ҡытайҙа “Бер ғаилә – бер бала” сәйәсәте 2015 йылда бөтөрөлдө. Уға хәтлем икенсе балаһы булған ғаиләләргә ҙур суммала штраф һалына торғайны. Хәҙер был тәңгәлдә хәл-торош нисек?

Ғалимдар аңлатыуынса, ҡытайҙар бөгөн һаман да элеккесә бер бала тәрбиәләү менән генә сикләнә. Әйткәндәй, халҡы бер миллиард 300 миллион тирәһе булған был илдә хеҙмәт урынын юғалтыуҙан ҡурҡып, ҡатын-ҡыҙҙың бала тапҡансы эшләүе мөмкин. Ике-өс айлыҡ сабыйҙарын ҡалдырып эшкә сыҡҡандар ҙа бихисап.


Йыраҡ йөрөйһө түгел: Санья ҡалаһында ла икәүгә ҡарағанда бер балалы ғаиләләрҙе күберәк осратаһың.

"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас