Төрлө ҡатмарлы хәл күбәйер. Йыш ҡына бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға тура килер. Был арала эргәгеҙҙә ышаныслы кешеләр аҙ булғанын да асыҡ күрерһегеҙ, моғайын. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыуҙар кисереүегеҙ ихтимал.
Аҙна һәйбәт килергә оҡшай. Был арала һеҙҙе ҙур ғына уңыштар көтәсәк. Һөҙөмтәлә элек ҡуйған маҡсаттарығыҙға һиҙелерлек яҡынайырһығыҙ. Бөтә эште етеҙ башҡарырһығыҙ, шуға күрә ялға һәм күңел асырға ваҡытығыҙ булыр.
Аҙна барышында үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ күҙгә күренеп артыр. Бәғзеләр өр-яңы өлкәлә көстәрен һынап ҡарар. Күптәр һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алыр. Йомалағы хәлдәр ҡайһы бер кешеләрҙең һеҙгә ҡарата булған ысын мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтер.
Осор файҙалы аралашыуға бай булмаҡсы. Хатта элегерәк боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә алырһығыҙ. Башығыҙға бер нисә өмөтлө фекер килер. Уларҙы йәшереп тормағыҙ, тәжрибәле кешенең фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Шаршамбылағы хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер.
Төрлө сәбәп арҡаһында күптәрҙең үҙ көсөнә ышанысы кәмер. Йондоҙҙар был арала яҡшы белгән эш менән генә шөғөлләнергә ҡуша. Өйрәнелгән эш тәртибен һаҡлау ҙа бик мөһим.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Әллә ни һиҙелерлек уңыштар көтөлмәй. Тыныс күңел менән ҡәҙимге эшегеҙҙе башҡарығыҙ. Шишәмбелә үҙегеҙгә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетеүегеҙ ихтимал. Дөрөҫ һүҙгә яуап биреүе ҡыйын булыр. Йомалағы ваҡиғаларға тейешле иғтибар бирегеҙ.
Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер. Ҡайһы бер хәлдәрҙең асылын аңлауы ҡыйын булыр. Төплө уйлағандан һуң дөрөҫ һығымта яһай алырһығыҙ. Матди яҡтан аҙна ҡәнәғәтләнерлек булыр.
Һәйбәт осор. Аралашыуҙа бигерәк тә уңырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Әйткәндәй, һеҙ уны яңынан ҡабатлайһығыҙ һымаҡ. Үткән ваҡиғаларҙан фәһем алырға өйрәнергә ваҡыттыр. Йомалағы эштәрегеҙ иғтибар талап итер.
Элек өҙөлгән араларҙы ялғау өсөн мөмкинлек булыр. Етди уйлап ҡарағыҙ: был һеҙгә кәрәкме? Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтарға тап булыуығыҙ ҙа ихтимал. Мөмкин тиклем эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙе айырырға тырышығыҙ.
Аҙна һәйбәт килер. Күпселек ваҡиға һеҙҙең өсөн ыңғай булмаҡсы. Ижади кешеләрҙең һәләттәре тағы ла асылып китер. Ярҙам итергә әҙер тороуығыҙ кешеләр алдында абруйығыҙҙы күтәрер. Йомала ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.
Был арала тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булыр. Һис борсолмағыҙ, уларҙан файҙа ғына күрерһегеҙ. Һаҡ булығыҙ, дуҫ булып ҡыланған кеше һеҙгә ҡаршы нимәлер эшләргә маташа кеүек һәм был беренсе мәртәбә түгел...
һүҙҙәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Был бигерәк тә дүшәмбегә ҡағыла.
Яңылыш ысҡынған бер һүҙ менән кемделер рәнйетеүегеҙ ихтимал. Кесе
йомала уңайлы мәлде күрмәҫһегеҙ, моғайын. Аҙаҡ үкенеүегеҙ ҙә бар.
"Йәшлек" гәзитенән.