Уның бур икәне ысын инкассаторҙар килгәс кенә асыҡлана.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле Ирина Волк билдәләүенсә, был енәйәтте бер генә кеше ҡылмаған, ә төркөм менән эш иткән. Бөтә нәмә алдан уйланылған, хатта инкассация өсөн штампты ла хәстәрләгәндәр.
Алдаҡ инкассаторҙы тиҙ арала тотҡандар, аҡса автосалонға тулыһынса ҡайтарылған.
"Башҡортостан" гәзитенән.