Был хәл 13 июль көнө теркәлә. Ҡыҙҙың атаһы элек төрмәлә ултырып сыҡҡан 43 йәшлек иптәше менән йортонда кәйеф-сафа ҡора. Хужа иҫереп йоҡларға ятҡас, яуыз уйлы ҡунаҡ яҡлауһыҙ ҡыҙҙы мәсхәрәләй.
Икенсе көн, йорт хужаһы айнығып торғас, ҡыҙының көсләнеүен белеп, был хәл тураһында полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Асыҡланыуынса, 43 йәшлек ир быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт ҡылып, яҙаға тарттырылған булған. Аңламаған кеше аңламай икән...
"Башҡортостан" гәзитенән.