Новости
16 Июль 2019, 06:50

100 мең һумға кемдәр лайыҡ?

Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән беренсе курс студенттары ошондай күләмдә аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Һүҙ уҡыу йортоноң “100 балл өсөн – 100 мең һум” программаһы хаҡында. Бының өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарында өс фәндән йыйған балдар суммаһы 250-нән, ә уларҙың береһенеке 95-тән кәм булырға тейеш түгел.


Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ла 100 мең һумлыҡ матди ярҙам аласаҡ.


"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас