Новости
12 Июль 2019, 09:47

Бөгөн - Питрау көнө

Илебеҙҙә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр милләттең үҙенә генә хас матур байрамдары бар. Православтар 12 июлдә Питрау көнөн билдәләй.

Крәҫтиәндәр элек ошо көндө ҙур байрамдар ойошторған. Әле лә күп ауылдарҙа халыҡ байрамдары үтә. Мәҫәлән, крәшин татарҙары Питрау һабантуйына йыйыла.Өҫтәлгә күберәк балыҡ ризыҡтары һәм төрлө аш-һыу ҡуйыла.Был көндө ғаиләһе йәки туғандары менән тәбиғәттә үткәреү йолаһы бар. Әммә был көндө һыу инеү кәңәш ителмәй. Шулай уҡ йорт мәшәҡәттәрен дә киләһе көнгә ҡалдырыу хәйерлерәк. Төрлө ырымдарға ҡарағанда, йәштәр был көндө йыйылышып күңел асҡан, теләктәр теләгән.
Читайте нас