Новости
9 Июль 2019, 11:42

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әғүҙү бикәлимәтилләһи тәәмма - мин кулли шайтани вә һәәммәһ - үә мин кулли ғаайнин ләәммәһ.”

Мәғәнәһе:" Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым.

Бөтөн шайтандарҙан, ҡурҡыныс хайуандарҙан һәм яман күҙе тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам».


Доғаға тип усығыҙҙы күтәреп, "Фатиха", Аятел-Көрси", «Ихлас», "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡып, усығыҙға өрөп, баштан аяҡ осона тиклем тәнегеҙҙе һыпырып, үҙ-үҙегеҙҙе өшкөрөүҙе иртә- кисен башҡарһағыҙ, шифаһы тейер. Балаларығыҙ күҙлеккәндә лә уларға йыш уҡығыҙ.

Башҡаларға һоҡланып ҡараһағыҙ: « Собханаллаһ», « Мәшаллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ.Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас