Экзоаллергеннар организмга ситтән керә, йыш ҡына һулыш юлдарының лайлалы тышсаһы, аш ҡайнатыу ағзалары, тире аша эләгә. Организмға аллерген үтеп кергәндән һуң аллергик реакция башлана. Үҙенсәлекле реакциялар өс стадияға бүлеп ҡарала. Беренсеһендә - организмға беренсе тапҡыр эләккән аллергенға ҡарата юғары дәрәжәлә һиҙеүсәнлек күҙәтелә (яңы аллергенға яуап рәүешендә антитәнсектәр йә иһә уның менән тәьҫир итешә алыусан лимфоциттар барлыҡҡа килә). Икенсе стадиялә - аллерген ҡабат организмға үтеп ингәс, антитәнсектәр йә иһә лимфоциттар менән ҡушыла (медиаторҙар барлыҡҡа килеү стадияһы), гистамин, серотинин һ.б. биологик актив матдәләр бүленеп сыға торған биохимик процестар башлана. Улар ағзаларҙың күҙәнәктәрен һәм туҡымаларын зарарлай. Өсөнсө (патофизиологик) стадияла зарарланыуҙың клиник билдәләре беленә. Ундай осраҡта организмдың юғары һиҙеүсәнлеге үҙенсәлекле, ул элегрәк сенсибилизация хәләтен китереп сығарған аллергенға бәйле рәүештә барлыҡҡа килә.
Үҫемлек һеркәләре тирә-яҡ киң мөхиттә таралған аллерген булып тора
Йорт туҙаны талпаны. Талпандың хитин ҡатламы — йорт туҙанының төп аллергены
Аллергик реакциялар үҫеше механизмы 4 типҡа бүленә.
1-се тип аллергия - анафилаксия, һеркә (бесән) биҙгәге, кесерткән биҙгәгенең ҡайһы бер төрҙәре, Квинке шешенеүе һ.б.
2-се тип (цитотоксик) реакциялар - ҡан боҙолоу (аллергик анемия, агронулоцитоз).
3-сө тип реакцияләр — туҡымаларҙың иммункомплекстар менән зарарланыуы, сүл ауырыуы, тышҡы аллергик үпкә альвеолалары ялҡынһыныуы һ.б. аутоаллергик сирҙәрҙе арттыра (системалы ҡыҙыл ауырыуы, ревматоид артрит һ.б.).
4-се тип реакциялар — контактлы дерматиттар, күсереп ултыртҡан ағзаны организмдың ҡабул итмәүе.
1, 2, 3-сө типтарҙагы аллергия патогенезында антитәнсектәр, 4-се типта лимфоциттар мөһим урын тота. Аллергияға бирешеүсәнлек факторҙары: тирә-яҡ мөхиттең бысыраныуы, түбән сифатлы туҡлыныу, ашамлыҡтарҙа консерванттар булыу, дарыу препараттарын тикшермәйенсә ҡулланыу.
Дауаланыуҙың төп ысулдары: аллерген менән контакт булдырмау, аҙыҡҡа аллергия булғанда ҡәтғи диета һаҡлау, аллергия килтереп сығара торған дарыуҙарҙан тыйылыу; үҙенсәлекле иммунотерапия (гипосенсибилизация) — А.М. Безредка алымын ҡулланып, аллерген миҡдарын аҡрынлап арттыра барып, организмға күп тапҡыр индереү. Был организмға «кәртә» булырлыҡ антитәнсектәр эшләргә мөмкинлек бирә һәм аллергенға ҡарата һиҙеүсәнлекте бөтөрөүгә килтерә. Симптоматик дауалауҙа глюкокортикоид, бронхолитик, оло күҙәнәктәрҙең мембраналарын стабилләштерә торған матдәләр ҡулланыла. Аллергия тыуҙырыусы матдәләрҙән һаҡланыу сараларын үтәү, уҙ ваҡытында профилактик дарыуҙар ҡулланыу, сәнәғәт предприятиеларында аллерген менән контакт булдырмай торған технологияларҙы ғәмәлгә индереү, организмда сенсибилизация сығанағы булған һәр төрле инфекцияларҙы бөтөрөү, ашҡаҙан-эсәк ағзалары функцияһын нормальләштерү һәм башҡаларҙан ғибәрәт.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар аллергологы.