Ямғырһыҙ йәй – ғазаплы мәл менән бер. Көтмәгәндә биҙрәнән ҡойғандай йәшенле ямғырҙары яуып үтә. Унан ҡыҙҙырып ерҙе киптереп тә бөтә. Шуға ла июлде ҡоро ай, тиҙәр.
Июлдәге күкрәгән күк, йәшнәгән йәшен хатта ҡошҡа йоҡо бирмәй. Июль хужабикәһе – ул ҡояш. Июль менән август ғүмер буйына эҫелектә көс һынашалар. Июлдә йылға-күлдәрҙә һыу кәмеп ҡалғандай була. Ә һыуҙың йылылығы… яңы һауылған һөттәй! Июль – ысыҡҡа бай ай, айырыуса иртәнге ысыҡтан атлап үтһәң, йылға кискәндәй булырһың.
7-се июлгә ҡараған төндә урыҫтар мәжүсилек осоронан ҡалған Ивана Купала байрамын билдәләйҙәр. Йолаға ярашлы ҡыйыу егеттәр һәм ҡыҙҙар урманға дүрт тажлы абағаны (папоротник) эҙләргә барғандар. Ә башҡалары усаҡ яҡҡандар.
Борон июлде өс өлөшкә бүлгәндәр: 1-нән 5-нә тиклем – йәй башы, 6-һынан 26-һына тиклем – йәй уртаһы, 27-һенән 31-нә тиклем – йәй аҙағы.
* Июль эҫе булһа, декабрь һыуыҡ килә.
* Июлдә уйҙа ғына айға биҙрә элеп ҡара – эленһә бер-ике аҙнанан эҫе ямғырһыҙ көндәр килер. Әгәр биҙрә ҡолаһа – ямғырға.
* Июль эҫе булһа ла, уның менән хушлашҡы килмәй. Тынсыу булһа ла хушлашыу бойоҡ.
* Июлдә баҫыу бай һәм тулы, амбар – буш булыр.
* Июлдә яланғас булһаң да, декабрҙә йылы кейенеп йөрө.