Новости
5 Июль 2019, 07:07

Миңлеғәле Шайморатовҡа - һәйкәл!

Өфөлә мәшһүр генерал, 112 башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Уны Совет майҙанында урынлаштырыу ҡарала.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, яҙыусылар Зөһрә Бураҡаева һәм Айгиз Баймөхәмәтов был бөйөк шәхескә һәм башҡорт халҡының батырлығына һәйкәл буласаҡ, тигән фекерҙә.

Быйыл генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тула. Легендар командирҙың юбилейы айҡанлы байтаҡ саралар үткәрелә. Махсус Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас