Автоцистерна водителе йыл ярым элек үк иҫерек йөрөгән өсөн танытмаһын алдырған булған. Ә велосипедтағы малай юлды ҡағиҙәгә ярашлы, “тимер ат”ынан төшөп, уны этеп сығып барған булған. Баланы тапатыу мәле камераға эләккән. Унан күренеүенсә, малай тәғәйен урындан барған.
Әле уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Кисә урындағыларға ярҙамға санавиация менән Өфө табиптары ла килгән. Малайҙың өләсәһе менән инәһе икенсе көн рәттән дауахананың реанимация бүлеге янынан китмәй һәм яҡшы яңылыҡтар көтә. Эйе, бала мөғжизә менән иҫән ҡалған, әммә хәле әлегә тиклем ауыр.