Һигеҙенсе класты тамамлағас, Тимур Ишембай ҡалаһының кадет корпусына уҡырға инә. Һәйбәт уҡый, спорт менән шөғөлләнеп өлгөрә. Ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, документтарын Заманса гуманитар академияның Стәрлетамаҡ филиалының «Юриспруденция» факультетына тапшыра.
Рәсәй Хәрби-һауа көстәрендә бер йыл хеҙмәте лә уңышлы үтеп китә - кесе сержант званиеһында ҡайта. Ҡайтҡас Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенә эшкә урынлаша, участковый итеп алалар. Был эштә тәжрибәле Айнур Әхмәтшин менән бергә эшләй. Уҙған йылдың ноябренән Тимур Илнур улы юл-патруль хеҙмәте инспекторы вазифаһында хеҙмәт итә. Бында ла остазынан уңа - Руслан Хәкимов йыш хеҙмәттәшен һөнәр серҙәренә өйрәтә.
- Хеҙмәт еңел түгел. Закон һәм ҡағиҙәләрҙе һәйбәт белеүҙән тыш, водителдәр менән уртаҡ тел табыр өсөн психолог, әҙәпле, ипле булырға, ниндәй ҙә хәлдә үҙеңде дөрөҫ тота белергә кәрәк, - тип һөйләй һөнәренең нескәлектәре тураһында лейтенант Зөлхузин. - Тәүҙә иртә торорға өйрәнеү ауыр булды. Иртәнге етенән дә һуңға ҡалмайынса урында булырға - кәрәк-яраҡтарҙы алып, ҡоралланып, сменаға задание - маршрут карталары алып, патруллек итергә сығырға кәрәк.
Әйткәндәй, тыштағы һауа торошо уны бик борсомай:
- Тышта һыуыҡ йәки эҫе булыуы мөһим түгел - бынан юлда ҡағиҙә боҙоусылар аҙаймай. Ниндәй ҙә һауа торошонда хеҙмәтте алып барабыҙ.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының эш графигы үҙгәреүсән. Өҫтәүенә, бер смена икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаған - көн һайын нимәлер була, нимәлер үҙгәрә. Көн һайын хоҡуҡ боҙоусыларҙы тоторға, бәхәсле осраҡтарҙы хәл итергә, оператив ҡарарҙар ҡабул итергә, юлда ауыр хәлгә осраған водителдәргә ярҙам итергә тура килә.
- Миңә эшем бик оҡшай. Еңел юлдарҙы эҙләмәйем. Күңелемә ятҡан эш менән шөғөлләнәм, - тине әңгәмәбеҙ аҙағында автоинспектор.
Байрам менән һеҙҙе, тәртип һаҡсылары! Һеҙҙең иңдәрегеҙҙә водителдәр, пассажирҙар һәм йәйәүлеләрҙең, йәғни, һәр ҡайһыбыҙҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ ята!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.