Новости
2 Июль 2019, 07:29

Яҡташтарыбыҙ немец ҡыҙын үлемдән ҡотҡарған

Табип ялда ла табип булып ҡала. Башҡортостанда йәшәгән табиптар ғаиләһе Төркиәгә ялға юллана һәм биш йәшлек баланы үлемдән ҡотҡара.

Хәл ошо көндәрҙә була. Отелдәге бассейнда биш йәшлек немец балаһы бата. Яҡташтарыбыҙ юғалып ҡалмай: ир кеше баланы бассейндан һөйрәп сығара һәм тын алыу юлдарынан һыуҙан бушата. Ҡатыны иһә реанимация саралары үткәрә һала. Ҙур тырышлыҡ һалғас, бала тын ала, йөрәге тибә башлай.


Әйткәндәй, сабый һыу янында ата-әсәһеҙ була.
Читайте нас