БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, байрам сиктәрендә Бөрө ҡалаһының үҙәк майҙанында, Рус православтары сиркәүенең Бөрө епархияһы храмы эргәһендә халыҡ байрамы йәйелдереләсәк. Храмда Петр һәм Февронияны иҫкә алып, изге теләктәр белдерергә мөмкин.
Майҙанда халыҡ оҫталарының күргәҙмәһе, коляскалар парады ойоштороласаҡ, Бөрө районының үҙешмәкәр артистары, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының популяр сәнғәт эшмәкәрҙәренең концерты буласаҡ. Антон һәм Виктория Макарскийҙар концерттың ҙур ҡунаҡтары буласаҡ.