Сараға төрлө райондарҙан ҡул оҫталары ла килгән. Мәҫәлән, Федоровканың Оло Сытырмын ауылынан Роза Раҡаеваның балаҫтары әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып тора. Ул электән һуған икән аҫалы балаҫтарҙы!
Шул уҡ райондың Балыҡлыбаш ауылынан Кәшифә Абдуллинаның сигеү эштәре шулай уҡ әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора.
Халҡыбыҙҙың ҡул эше оҫталары күргәҙмәләре был байрамды ла йәмләйәсәк.