Йәшен ваҡытында ауылда булһағыҙ, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе вентиляция юлдарын ябығыҙ. Мейес яҡмағыҙ, сөнки торбанан сыҡҡан юғары температуралы газдар түбән ҡаршылыҡҡа эйә. Телефондан һөйләшмәгеҙ.
Күк күкрәгән мәлдә электр сымына, йәшен ҡайтарғыс, ҡыйыҡтан төшкән һыу торбалары, антенна янына яҡын бармағыҙ. Тәҙрә янында яҡын тормағыҙ, мөмкин булһа телевизор, радио һәм башҡа электрон ҡорамалдарҙы һүндерегеҙ. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар! Башҡортостан гәзитенән.