Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда икенсе, урыны менән өсөнсө һәм дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Башҡортостандың 11 районында — Әбйәлилдә, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрйәндә, Йылайырҙа, Күгәрсендә, Көйөргәҙелә, Мәләүездә, Стәрлебашта, Учалыла һәм Федоровкала юғары, дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.