Новости
24 Июнь 2019, 08:53

30 градуслыҡ эҫенән һуң Башҡортостанға йәшенле ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ килә

Башҡортостанға йылы «Азор» антициклоны килде. Шул сәбәпле республикала һауа температураһы +32 градусҡа тиклем күтәрелә. 23 июндә төндә 15-20 градус, ә көндөҙ 27-32 градус була.

«Республиканың төньяҡ райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Ләкин эҫе көндәр оҙаҡҡа бармай. Дүшәмбе, 24 июндә, +25,+30 градуслыҡ эҫе һаҡлана, ә 25 июндә республика биләмәһенә йәнә арктик һауа күсә, был иһә температураның түбәнәйеүенә килтерә», — тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәк синоптиктары.


Аҙна башындағы һалҡын фронт төбәккә йәшенле ямғыр, көслө ел килтерә, ә ҡайһы бер райондарҙа боҙ-борсаҡ көтөлә.

Читайте нас