Шулай уҡ форум секцияларында эшлекле мөхит булдырыу һәм бизнесты яҡлау, Рәсәйҙә туризм, экология һәм башҡа темалар тикшерелә. Сараның программаһы 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана.
Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы вәкилдәре ҡатнаша. Улар иң матур тирмәләр ҡора, ихаталар ойоштора. Милли уйындарҙан һәм конкурстарҙан тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «ZAINETDIN» этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар ҡатнашлығында байрам концерты көтә. Сарала Республика Башлығы призына милли көрәш турнир үткәрелә. Төп бүләк – автомобиль. Шулай уҡ ат сабыштары ойошторола. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.
«Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында уҙғарыла.