Уның һүҙҙәренсә, хәҙер ошо урын — Рәсәйҙең Эске туристик маршруттар реестры иҫәбендә. «Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән бергә «йәшел маршрут» төҙөнөк. Киләсәктә таш тирмәнең иң әһәмиәтле тарихи һәйкәлдәрҙең береһенә әүерелеүе һәм төбәктә туризмды үҫтереү өсөн этәргес булыуы мөмкин. Республика халҡының милли батырыбыҙға ҡыҙыҡһыныуы артабан да артыр һәм бында ошондай сараларҙың киңерәк ҡолас алырына ышанам», — тине музыкант.