«Ике аҙна эсендә һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Бының өсөн бюджетта 40-50 миллион һум табырбыҙ, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелгән райондарҙа һәм ҡалаларҙа проектты пилот вариантында һынап ҡарарға мөмкин», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда хөкүмәттең табиптарҙы дәртләндереү тураһында ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан ашыуыраҡ премия түләнә.