Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Ленин исемендәге майҙандың ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны булып тороуын һәм фонтан тағы бер йәлеп итеү урынына әүерелерен билдәләне.
Сәғәт рәүешендәге фонтанды төҙөү 2014 йылдың июнендә, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы подрядсыны һайлау буйынса тендер иғлан иткәс башланды. Тәүҙә ул 2015 йылда эшләй башларға тейеш ине. Объект төҙөлөшөнөң суммаһы бер нисә тапҡыр — 50-нән 80 миллион һумға тиклем үҙгәртелде, өс йылда өс подрядсы алмашынды.
Аҙаҡтан дөйөм суммаһы 80 миллион һумлыҡ ике һуңғы контрактты 2018 йылдың мартында һәм сентябрендә «Уралагротехсервис» компанияһы алды һәм төҙөлөштө тамамлап ҡуйҙы.