Новости
7 Июнь 2019, 09:20

Байрамда осрашырбыҙ!

Һабантуй байрамы 8 июндә «Төпкөл» аҡланында стәрлебаштарҙы һәм район ҡунаҡтарын йыясаҡ. Байрам - 11.00 сәғәттә башлана.

Һабантуй байрамы 8 июндә «Төпкөл» аҡланында стәрлебаштарҙы һәм район ҡунаҡтарын йыясаҡ. Байрам - 11.00 сәғәттә башлана.

Байрам программаһында ат сабыштары (дистанция 2,2 км., билдәле әҙерлек үткән һыбайлылар һәм аттарға ғына ҡатнашырға рөхсәт ителә), милли көрәш, армспорт, турникта күтәрелеү (ир-егеттәр), волейбол (хужалыҡтар, ауыл биләмәләре, предприятиелар, уҡыу йорттары командалары ҡатнаша ала), еңел атлетика (дистанция 100 м).

Шулай уҡ күңелле халыҡ уйындары була: таяҡ тартышыу, вертикаль һәм ауыш ҡолғаға үрмәләү, күҙҙәр бәйләнгән килеш көршәк ватыу, йомортҡаларҙы ҡалаҡта йөрөтөү, тоҡтар менән һуғышыу, тоҡтарҙа йүгереү, аяҡтар бәйләнгән килеш йүгереү, көйәнтәлә һыу ташыу.

«Һабантуй-2019» байрамына рәхим итегеҙ!
Читайте нас