Рәсәйҙә 1 июндән таксофондарҙан илдең һәр мөйөшөндәге стационар телефондарға шылтыратыу бушлай буласаҡ. Шулай итеп, ошо көндән башлап бөтә ил буйынса таксофондарҙан телефон селтәренең һәр төрлө номерына бушлай шылтыратырға мөмкин, сөнки быға тиклем компания урындағы һәм зона эсендәге телефон тоташтырыу хаҡын бөтөргән булған.
Бөгөн республикала 4 562 таксофон ҡуйылған. Ул кеҫә телефоны тотмаған алыҫ ауылдарҙа берҙән-бер элемтә сығанағы булып тора. Халыҡтың 20 процентының унан “Ашығыс ярҙам”, полиция, янғынға ҡаршы хеҙмәттәргә шылтыратыуы билдәле.
Тәү сиратта, универсаль элемтә хеҙмәте таксофондары социаль функция ролен башҡара - ул алыҫ урынлашҡан һәм кеҫә телефоны тотмаған ауылдар өсөн берҙән-бер элемтә сығанағы булып тора. Таксофондарҙан халыҡтың 20 процентының унан ашығыс оператив хеҙмәттәргә («Ашығыс ярҙам», полиция, янғынға ҡаршы хеҙмәт, антитеррор) шылтыратыуы билдәле. Был хеҙмәттәргә һәр шылтыратыу кеше ғүмере, сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлегенә бәйле булған ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыуы тураһында һөйләй.
«Беҙ универсаль элемтә хеҙмәтенең ҡулайлығын һәм уны ҡулланыу ябайлығын бер-бер артлы арттырабыҙ. Хәҙер унан файҙаланыусылар илдең ниндәй ҙә булһа төбәгенә бушлай һәм телефон картаһыҙ шылтырата ала. Туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға, шулай уҡ - Мәскәүҙәге Министрлыҡҡа шылтыратырға мөмкин. «Ростелеком» урындағы шылтыратыуҙар өсөн түләүҙе туҡтатҡас, уларҙың трафигы биш тапҡырға артты һәм 2018 йылда 2,5 миллион минуттан ашыу тәшкил итте. Әгәр был бер генә һөйләшеү булһа, ул бер туҡтауһыҙ биш йыл тирәһе дауам итер ине. Был һандарҙың барыһы ла универсаль таксофондарҙың кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында һөйләй, тәү сиратта ауыл ерендә», - тип билдәләне «Ростелеком» президенты Михаил Осеевский.
«Ростелеком», Рәсәй Федерацияһында универсаль хеҙмәтләндереүҙең берҙән-бер операторы булараҡ, 148 мең универсаль таксофондың эшләүен тәьмин итә, шул иҫәптән алыҫ урынлашҡан ауылдар һәм барырға юлы ҡайын булған ауыл биләмәләрендә лә. Таксофондар илдең 131 мең ауылында урынлаштырылған, шуларҙан 118 меңе йәки дөйөм күләмдең 80 проценты - 500 кешенән кәм йәшәгән ауылдар, ҡасабалар.
«Универсаль элемтә хеҙмәте» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 4562 универсаль таксофон ҡуйылған. Улар төбәктең 4155 ауылы халҡын элемтә менән тәьмин итә.
Кеҫә телефондарына зона эсендә һәм ҡала-ара шылтыратыуҙарға түләү шарттары үҙгәрешһеҙ ҡала.
«Башинформсвязь» Ҡулланыусылар акционерҙар йәмғиәтенең пресс-секретары.