Новости
5 Июнь 2019, 07:29

Милли проекттар беҙгә нимә бирә?

Владимир Путин ҡала-ауылдарҙа халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстар ҡуйғайны. Һәм был эштәр ҡағыҙҙа түгел, ә һөҙөмтә күҙгә күренерлек булырға тейеш, тигәйне ул. Хөкүмәт һуңғы алты йылда был маҡсатҡа бүлгән 28 триллион һум аҡсаға демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы экономика, мәҙәниәт, кесе бизнес, халыҡ-ара кооперация һәм башҡа, барлығы 12 йүнәлеш буйынса эш алып барыла.

Владимир Путин ҡала-ауылдарҙа халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстар ҡуйғайны. Һәм был эштәр ҡағыҙҙа түгел, ә һөҙөмтә күҙгә күренерлек булырға тейеш, тигәйне ул. Хөкүмәт һуңғы алты йылда был маҡсатҡа бүлгән 28 триллион һум аҡсаға демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы экономика, мәҙәниәт, кесе бизнес, халыҡ-ара кооперация һәм башҡа, барлығы 12 йүнәлеш буйынса эш алып барыла.

Башҡортостанда иһә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 175,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ҡайҙа һәм нимәгә тотоноласаҡ ул аҡса?

Демография

2016 йылдан илебеҙҙә тыуым кәмеүен иҫәпкә алғанда, халыҡ һанын һаҡлап ҡалыуҙың ни тиклем мөһимлеге аңлашыла. Юғиһә кем өсөн яңы юлдар, мәктәптәр, дауаханалар?.. Шуға ла республика өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә, тыуымды, сәләмәт тормош алып барғандарҙың һанын арттырыуға 34,4 млрд һум йүнәлтеүҙе күҙаллай. Был сумма: мохтаж ғаиләләргә тәүге бала тыуғас, ай һайын унар мең һум түләүгә; күп балалы ғаиләләргә 6 процент менән ташламалы ипотекаға; бушлай медицина страховкалау иҫәбенә 20 меңдән ашыу бушлай ЭКО эшләтеүгә; 2019 йылда Өфө, Бәләбәй, Күмертау ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында – барлығы 19 балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм реконструкциялауға тотоноласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау

Был тармаҡҡа йүнәлтеләсәк 16,4 млрд һумға тәүге медицина ярҙамын тергеҙеү, тармаҡҡа яңы кадрҙар йәлеп итеү, халыҡты профилактик тикшереү, онкология сирҙәре менән көрәшеү һәм балалар дауаханаларын, поликлиникаларын яңыртыу күҙаллана. Атап әйткәндә, 18 балалар дауаханаһына һәм поликлиникаһына капиталь ремонт эшләнһә, Дүртөйлөлә һәм Туймазыла яңы балалар поликлиникаһы төҙөләсәк. Планда 22 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү, ремонтлау. 27 күсмә медицина комплексы һатыу алыу ҙа ҡаралған.

Уҙған йылдың һуңғы айҙарындағы мәғлүмәт буйынса, республикала 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы етешмәй ине. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә быйыл тәүге кварталда табиптар һанын 185, урта медицина хеҙмәткәрҙәрен 216 кешегә арттырыуға өлгәшелгән. Был юҫыҡта эш дауам итәсәк һәм ошо – кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 миллион һум тотоноласаҡ.

Үлемдең күпселек сәбәпсеһе булған йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәре менән көрәшкә 7 млрд һум юлланасаҡ. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттың бурысы 2024 йылға үлем осраҡтарын йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән –100 мең халыҡҡа 400 осраҡҡа, ә яман шештән 100 мең халыҡҡа 170 осраҡҡа тиклем кәметеүҙе күҙаллай.

Башлыса инфаркт һәм инсульт кисергән пациенттарға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәткән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Үҙәктә медицина ярҙамының яңы, сифатлы кимәле сирлеләрҙе һауығыуына ышанысты арттыра. Сағыштырып ҡарағанда ла, шуны күрергә була: әгәр 2000-се йылдарҙа инсульт кисергәндәрҙең үлем осрағы 90 процентҡа барып етһә, хәҙер күрһәткес 10-20 процентҡа тиклем кәмегән. Һәм иң мөһиме, пациенттарҙың күбеһе үҙәктән үҙ аяҡтарында ҡайтып китә.

Баш ҡалала, шулай уҡ Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьск һәм Салауат ҡалаларында, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында амбулатор онкологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, ярҙам алыу өсөн райондарҙан баш ҡалаға йөрөү кәрәкмәйәсәк. Шулай уҡ Өфөләге онкология диспансерында яңы хирургия корпусы төҙөлөп бөтөп, сафҡа инәсәк.

Район дауаханалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай – заманса медицина йыһаздары ҡайтарыласаҡ.

Мәғарифты үҫтереү - киләсәкте хәстәрләү

Мәғарифты үҫтереү өсөн 17,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ике йыл эсендә 21 яңы мәктәп төҙөләсәк. Республика мәктәптәре тулыһынса бер сменалы уҡытыуға күсәсәк. Өфө районының «Миловка паркы» торлаҡ комплексында төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә Инорс микрорайонында, Булгаков, Жуков ауылдарында, Чесноковкала, Иглиндә дүрт ҡатлы 1225 урынлыҡ мәктәп ишектәрен асасаҡ. Ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан ике йөҙләп мәктәп үҙенең матди-техник базаһын яңыртасаҡ, өҫтәлмә белем биреү өсөн һанлы мәғариф программаһы менән тәьмин ителәсәк.

Мәҙәниәт ярҙамға мохтаж

Мәҙәниәт тармағын үҫтереү өсөн милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 6,3 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Проектты тормошҡа ашырыусылар төпкөл ауылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларын аяҡҡа баҫтырыуҙы башламаҡсы. 2,1 миллиард һум аҡса 2024 йылға тиклем республика ауылдарында 26 мәҙәни ял учреждениеһы төҙөүгә, береһен ремонтлауға бүленгән. Бынан тыш ун күсмә күп маҡсатлы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) һатып алынасаҡ, интернетҡа тоташтырылған модулле китапханаларға ихтыяж бар. Бынан тыш һәүәҫкәрҙәрҙе дәртләндереү маҡсатында мәҙәни саралар өсөн грант ярҙамы күрһәтеү артасаҡ.

Башҡа саралар торлаҡ һәм ҡала мөхитенә йүнәлтеләсәк - 6,4 млн. һум; хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдарға - 33,4 млрд. һум; экологияға - 45,1 млрд.һум; хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә, административ кәртәләрҙе юҡ итеүгә, яңы һөнәрҙәр өйрәтеүгә, эш урындары булдырыуға - 1,2 млрд. һум; кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - 4,8 млрд. һум; етештереүҙе үҫтереүгә, продукцияны халыҡ-ара кооперация ярҙамында сит илдәргә оҙатыуға - 4,93 млрд. Һум; фәнде үҫтереүгә - 4 млрд. һум; цифрлы иҡтисадҡа - 600 млн. һум.

Республика үҙенең алдына юғары, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәктең потенциалы юғары, милли проекттарҙа билдәләнгән бурыстарҙы сифатлы һәм үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бүленгән сығымдар йәмәғәтселек контролендә, маҡсатлы, әрәм-шәрәм ителмәй тотонолорға тейеш. Республика үҙ тарихында бындай күләмдәге ярҙамды беренсе тапҡыр ала. Уның һәр һумы халыҡтың тормошон яҡшыртыу, йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатында тотонолорға тейеш.

Рәйсә МУСИНА әҙерләне.
Читайте нас