«Барлыҡ 63 муниципалитетта эшҡыуарлыҡ проблемаларын аңлаған һәм хакимиәттәрҙә тейешле ҡарарҙарҙы раҫларға һәләтле кеше була», — тип билдәләне Радий Хәбиров, килгән бизнесмендарға мөрәжәғәт итеп.
Бынан тыш, ике айға бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәтендә бизнесҡа ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса федераль органдарҙың территориаль структуралары етәкселәре менән берлектә кәңәшмәләр уҙғарыу күҙаллана.