Новости
24 Май 2019, 06:26

«Иғтибар, балалар!» операцияһы

20 майҙан 7 июнгә тиклем беҙҙең район территорияһында «Иғтибар, балалар!» тип аталған киң масштаблы профилактик сара үткәрелә.

Уның маҡсаты - каникул алдынан һәм каникул ваҡытында балиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләр һанын кәметеү.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районының ЮХХДИ бүлеге юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһының да - йәйәүлеләр һәм водителдәрҙең - юлдарҙа иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеге тураһында хәтергә төшөрә, был һеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе һәм ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районының ЮХХДИ бүлеге начальнигы.
Читайте нас