Съезд үҙенсәлекле майҙансыҡ булып тора, унда урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе - муниципаль идара сифатын һәм граждандарҙың тормош кимәлен арттырыу, халыҡтың социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын бойомға ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу ҡарала. Идаралыҡ Рәйесенең 2018 йылда Совет эшмәкәрлеге тураһында отчеты, шулай уҡ ассоциация Идараһына яңы ағзалар һайлау съездың пленар өлөшөнөң төп мәсьәләләре булды. Традицияға ярашлы, сарала ҡатнашыу өсөн делегаттар - муниципалитеттар, федераль һәм республика дәүләт власть органдары вәкилдәре йыйылды. Улар ыңғай тәжрибәләре менән уртаҡлашты, муниципалитеттар эштәренә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм яҡын киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне. Съезда район хакимиәте башлығы бурыстарын башҡарыусы Фәрит Исмәғилев, муниципаль район Советы секретары Айгөл Мусаҡаева һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары составында беҙҙең райондан да делегация ҡатнашты.