«Инвестиция сәғәте»ндә инвестиция проекты менән таныштырыу барышында эшҡыуар мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, уның хоҡуҡтары боҙола һәм, асылда, уның бизнесы ябыла. «Роспотребнадзор» уның ҙур булмаған кафеһын япҡан. Мине был хәл бик ҡыҙыҡһындырҙы: шәмбе көндө хеҙмәт етәксеһен, уның урынбаҫарҙарын, ошо тикшереүҙе үткәргән инспекторҙы һәм эшҡыуарҙы үҙемә саҡырҙым. Беҙ төрлө яҡлап ошо хәлде асыҡларға
тырыштыҡ», — тине Радий Хәбиров.