22 майҙа 11.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында «БР Дәүләт юридик бюроһы» учреждениеһы граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрә.
Түләүһеҙ юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһы: ғаиләһенең уртаса килеме йәшәү минимумынан түбән булған граждандар, I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик хеҙмәт геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт геройҙары, инвалид балалар, етем балалар, суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ тип танылған граждандар, шулай уҡ уларҙың законлы вәкилдәре, тормошта ауыр хәлдә ҡалған граждандар.
Юридик ярҙам алыр өсөн гражданин шәхесте раҫлаусы документ, түләүһеҙ юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһына ҡарағанды раҫлаусы документарҙың береһен күрһәтергә тейеш.
Ҡабул итеүҙе район хакимиәтенең опека һәм попечителлек органы кабинетында (Стәрлебаш ауылы, Карл Маркс урамы, 97, 29-сы кабинет, тел.: 2-11-16) әйҙәүсе юрисконсульт Гнатюк Оксана Михайловна алып бара.