«Улар мәғариф учреждениеларында әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса махсус майҙансыҡтарҙа практик дәрестәр үткәрә. Йыйылыштарҙа ата-әсәләр һәм кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар менән аралашҡанда улар бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тураһында мәғлүмәт бирә, махсус видеофильмдар күрһәтә, балалар креслоһын ҡулланырға кәрәклеге тураһында һөйләй», — тип белдерҙеләр Өфө ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Ошо осорҙа ҡала юлдарында юл хәрәкәте, шул иҫәптән автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәргә ҡарата юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының эше көсәйтелә. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр йәйәүлеләр үткәүелендә йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай."Башинформ" агентлығынан.